Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, Темәс ауылының почетлы гражданины Ҡотлоғәлләмов Иштуған Ишбулат улының яҡты иҫтәлегенә бағышлана
Элекке СССР территорияһында йәшәгән бөтә халыҡтар өсөн иң ҡәҙерле бөйөк байрам-фашизмды тармар итеүҙең 73 йыллығы яҡынлашып килә.
Ул байрам халҡыбыҙ өсөн ҡайғылы ла, шатлыҡлы ла. Илебеҙ 27 млн. халҡын юғалтты. Илде тәрән ҡайғы баҫты. Һуғыш башланғас, илдә бөтә тормош хәрби тәртипкә ҡоролдо.
Барлыҡ завод-фабрикалар, колхоз-совхоздар, бөтә халыҡ фронт өсөн эшләне.
Машина тракторҙар, ирҙәр, аттар фронтҡа оҙатылды.Илдә, ауылда ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоролар, бала-сағалар, екке һыйырҙар һәм үгеҙҙәр генә тороп ҡалды.
Дошманды тиҙерәк еңеү өсөн бөтә халыҡ телендә берҙәм девиз яңғыраны:
«За Родину, за Сталина!» Ошо ҡәҙерле һүҙ фронтта- һалдатты, тылда- эшсе-колхозсыны, илдәге бала-сағаны бер маҡсатҡа- дошманды тиҙерәк еңеүгә тупланы.
Дошманды еңдек, Аллаға шөкөр!
Темәс ауылынан 720 яугир фронтҡа оҙатылды. Тик уларҙың 219-ы ғына ауыр яралар, имгәнеүҙәр, ҡайһылары — ҡулһыҙ-аяҡһыҙ ауылға әйләнеп ҡайта алды.
400 ғәзиз ауылдаштарыбыҙ төрлө ерҙәрҙә батырҙарса көрәшеп һәләк булды, сит ерҙәрҙә башын һалды.
Һуғыш яландарында ут -һыу кисеп, ауыр яраларҙан ғазапланып вафат булыусыларҙы онотмайыҡ! Яуҙа төрлө ғәрипләнеүҙәр менән илгә ҡайтып, тыныс тормошта хеҙмәт итеп, ғаилә ҡороп, бала-сағалар үҫтереп, уларҙың ҡыуаныстарын күреп, үҙ тәҡдирҙәре менән беҙҙең аранан китеүсе яугирҙәребеҙҙе лә онотмайыҡ, оло хөрмәт менән иҫкә алайыҡ!
Бөгөнгө көндә беҙҙең менән бергә ошо бәхетле тормошто күреп, Бөйөк Еңеүҙең 70-се яҙын ҡаршы алыусы ветерандарыбыҙҙы данлайбыҙ.
Һуғыш!!! Ауыр һүҙ! Ҡәһәрле һүҙ! Киләсәк йәш быуын балаларына уны бер ҡасан да күрергә тура килмәһен. Илебеҙҙе дошман ҡоллоғонан ҡотҡарып, тыныс тормош яулап биргән ветерандарыбыҙҙың береһе-Темәс ауылының абруйлы шәхесе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ҡотлоғәлләмов Иштуған ағайҙың хәрби һәм хеҙмәт юлын, ғаилә тормошон бәйән итеп үтәйем.
1918 йылдың 14 ноябрендә, Темәс ауылы Чапай урамында, заманаһына күрә ҡурлы, хәлле Ишбулат һәм Нурия Ҡотлоғәлләмовтар ғаиләһендә икенсе бала булып, сабый Иштуған яҡты донъяға килә.
Нурия инәй, сабыйҙары тыуғас, «Атаһына иш булды, нәҫелдәрен артабан дауам итһен», — тигән ниәт менән уртансы улына «Иш тыуған» тип исем ҡуша. Нурия инәйҙең теләге ҡабул була. Бөгөнгө көндә Иштуған ағайҙың нәҫеленән 13 ҡыҙ һәм 20 ир бала нәҫелдең дауамы булып йәшәйзәр. Иштуған ағайҙың атаһы Ишбулат ҡарт та үҙ заманының арҙаҡлы уҙаманы, ҡыйыу йөрәкле батыры булған.
Ул йәш сағында, хәҙерге баҙар урамында, Темәс йәрминкәһендә айыу менән көрәшеп йыртҡысты еңгән батыр. Шул уҡ ваҡытта киләсәк быуын өсөн тәбиғәтте һаҡлаған талапсан урмансы ла.
Иштуған Ишбулат улы ауылда 7 класты тамамлағас, Темәс НСШ-ында 1935 йылдың 1 сентябренән библиотекарь булып үҙенең хеҙмәт юлын башлай.
Бер йыл эшләгәс, 1936 йылдың 1 сентябренән педучилищеға уҡырға инеү сәбәпле, библиотекалағы эшен туҡтата.
Алсаҡ, дәртле, бөтә нәмәгә лә иғтибарлы, кешеләргә лә ярҙамсыл, көслө бәһлеүән, спортты үҙ иткән, кесе йәштән ораторлыҡ һәләте күренеп торған Иштуған ағай күршеһендә генә, Ғайсин Ниғәмәт бабайҙа йәшәгән һылыу ҡыҙға Әсмәгә күҙе төшә.
Йәш ҡыҙ 1921 йылдың 15 мартында Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Дубиновка ауылында тыуып, кесе йәштән әсәһе Мәрхәбә апайҙан етем ҡалғас, атайы, ҡыҙын үгәй әсә ҡулынан ҡасырып, Темәстәге тәүге балалар йортона алып килеп ҡалдыра.
Приют ябылғас, Әсмә апай ауылына ҡайтмай, өйөндә уны һағынып көтөп тә тормайҙар. Ул Чапай урамындағы Ғайсин Ниғәмәт бабайҙарҙа тәрбиәләнә һәм Темәс педучилищеһын тамамлай.
Әсмә апай — зифа буйлы, нескә билле, ҡара ҡашлы, ҡара сәсле, һыу һөлөгө шикелле һығылмалы кәүҙәле, сос булыуы менән тиңдәштәренән ҡырҡа айырылып тора ине. Кесе йәштән етемселектә, бөтә ауырлыҡтарҙы, ҡайғы-хәсрәтте башынан кисереп үткәргән ҡыҙ, тәбәнәк буйлы, изге күңелле, баҙыҡ, ныҡ кәүҙәле, дәрт-дарманы ташып торған егет иштуғандың күңелен яулай.
Был йәш парға күршеләре һоҡланып ҡарайҙар. «Таһир батыр, Зөһрә матур» тигән йыр ҙа ошондай саф йөрәкле парҙарға арналғандыр, тип уйлап та ҡуялар күршеләре.
Ләкин егеттең ата-инәләре, туғандары араһында был саф мөхәббәткә ҡаршылыҡтар тыуа. Ишбулат бабай үҙенең яратҡан улына детдом балаһын кәләш итеп алыуға ҡаршылыҡ белдерә.
Ауыл буйлап төрлө һүҙҙәр, фекерҙәр, юрауҙар тарала. Ситтән һылыу ҡыҙҙы күҙәтеүсе, һағалаусы егеттәр ҙә күренә башлай. Яҡын күршеләре лә, «Иштуған менән Әсмә лә, Таһир менән Зөһрә кеүек, ҡауыша алмаҫ микән әллә…», — тип уйлап та ҡуялар, борсолалар.
Йәштәрҙең Рапат тауы башына киске уйынға сыҡҡанда Әсмә апай үҙенең тиңдәштәре менән ҡушылып йырлаһа, уның зыңлап торған көслө, сағыу, моңло тауышы, башҡа ҡыҙҙарҙыҡынан ҡырҡа айырылып торған.
Иштуған ағайҙың киске уйында Рапат башынан моңло итеп башҡорт халҡының «Урал» йырын йырлауы, оҫта итеп бейеүе, рухи яҡтан күңеленең бай булыуы, күңел йомшаҡлылығы, тәүәккәллелеге һылыу ҡыҙға тағы ла нығыраҡ тәьҫир итә.
Йәштәрҙең үҙ-ара аңлашыуы, саф мөхәббәт өҫтөнлөк ала. 1938 йылдың йәй айында шаулатып туй үткәрәләр. Йәштәргә ихлас күңелдән Ишбулат бабай һәм Нурия инәй, бөтә туғандары изге теләктәр теләйҙәр. Теләктәре ҡабул була. Йәштәр гөрләтеп донъя көтә башлайҙар.
Әсмә килендәре изге күңелле, саф йөрәкле, итәғәтле, тәрбиәле, тәбиғи матурлығы менән айырылып торған берҙән-бер килендәре була. Йәш киленде әбей-бабай, бөтә туғандары, Чапай урамындағы бөтә кешеләр ихтирам итәләр. Ауылдағы ололар өсөн — хөрмәтле киленгә, йәштәр өсөн ҡәҙерле еңгәйгә әйләнә ул.
Әсмә Шәйхетдин ҡыҙына эш дәүерендә Кейәүеште, Әмин, Баймаҡ, Темәс, Сәксәй ауылдарында уҡытырға тура килә.
1939 йылдың көҙөндә Иштуған Ишбулат улы яратҡан ҡатынын Әсмәне, тыуасаҡ улын Альбертты ҡалдырып Көнсығышҡа хәрби хеҙмәткә китә. Әсмә еңгәй менән өҙлөкһөҙ хаттар алышалар. Хеҙмәтте тултырып ауылға ҡайтыр көндәр ҙә яҡынлаша.
Әбей менән бабай — ғәзиз улдарын, Әсмә еңгәй — һағынған иптәшен, инде йүгереп йөрөгән улдары Альберт — хәрби кейем кейгән атаһын түҙемһеҙлек менән көтәләр.
Бөтә яҡты уйҙар, хыялдар, юрауҙар, өмөттәр, ашҡынып көтөүҙәр селпәрәмә килеп юҡҡа сыға.
1941 йылдың 22 июнендә Икенсе донъя һуғышы башлана. Өҙлөкһөҙ килеп торған өсмөйөш хаттар ҙа һирәгәйә. Фронттағы окопта яҙылған хаттар ҡыҫҡа, ҡот осҡос ҡурҡыныс һүҙҙәр менән яҙыла. Ауылдан һәр көн бер нисә өйҙән йәше еткән ир-егеттәрҙе фронтҡа оҙаталар.
Һуғыш башланып бер нисә ай үтеүгә, ауылға, түҙемһеҙлек менән көтөп алған өс мөйөшлө хаттар менән бергә, йөрәктәрҙе туңдырғыс шомло «ҡара ҡағыҙҙар» килә башлай.
Был ҡайғы Ҡотлоғәлләмовтар ғаиләһен дә урап үтмәй. Ишбулат ҡарттың кесе улы Ишдәүләт, дошман Мәскәүгә 80 саҡрымға яҡынлағас, 1941 йылдың 30 октябренән 15 декабренә тиклем Мәскәүҙе һаҡлауға ойошторолған «Тайфун» операцияһында ҡатнаша. Ҡаты һуғышта батырҙарса һәләк була.
Фронттан ауылға ғәрипләнеп, сулаҡ, сатан, хәлһеҙ һалдаттар ҡайта башлай. Ауыл халҡын ауыр ҡайғы баҫа…Фронттан Валеев Ғилметдин ағай һул ҡулын яуырын башынан, Салихов Заһретдин ағай һул аяғын төбөнән, Абдрахимов Сәйғәфәр ағай уң аяғын таз һөйәгенә тоташҡан еренән өҙҙөрөп ҡалдырып ғәрипләнеп ҡайттылар.
Рахматуллин Рауил ағай ике күҙенән дә тома һуҡырайып ҡайтты. Юлбарисов Бәхтиәр бабайҙың үлгәнендә лә тәнендә 15-ләп эре-эре ямалған яра эҙҙәре һаҡлана ине. Ундайҙарҙы ауылда һанап бөткөһеҙ, һуғыш ғәриптәре күп булды…
Ундайҙар бәхетлеләр. Улар илдәренә ҡайтып, тыныс тормошта ғаилә ҡороп, эшләп, балалар үҫтереп, тормоштоң ҡайғыһын да, шатлығын да татынылар.
Ә инде ауылдаштарыбыҙ, 18−20 йәшлек ир арыҫландары, ямғыр кеүек яуған пуля-снарядттар аҫтында, ут эсендә һәләк булыуҙары, уларҙың ҡайҙа, ҡасан, нисек һәләк булыуҙарын белмәү һәм уларҙы онотоуыбыҙ бигерәк аяныслы!
Һуғыш башланғас та, фронттан ғәрипләнеп ҡайтҡан һалдаттар йәш үҫмер егеттәрҙе Рапат тауы башына йыйып хәрби һөнәргә өйрәтәләр.
Һәр әсә 15−16 йәшлек улдарын ҡурсалап маташа. Командирҙарының ҡаты тауышлы приказдарын, үҫмер егеттәрҙең команда буйынса йүгереүҙәрен, шыуышыуҙарын, ырғыуҙарын, граната һелтәүҙәрен, окоп өсөн урын әҙерләүҙәрен, ағас штыктар менән дошманға нисек ташланыуҙарын ситтән генә күҙәтеп торалар. Ситән аша ҡарап торған әбейҙәр яулыҡ остары менән күҙҙәрен һөртөп, ауыҙҙарын баҫып эстән генә илашып торалар.
Урам буйында ла бөтә кеше бойоҡ, ҡобаралары осҡан кеүек күренә. Йәштәрҙең көн һайын Рапат тауы башына киске уйынға сығыуҙары туҡтай. Тормош, көнкүреш ҡырҡа ауырлаша.
Астан үлмәҫ өсөн, урам буйында хәйер һорап йөрөүселәр күренә башлай.
Ауылда кис төшкәс, «Светомаскировка» тип, тәҙрәләрҙе ҡапларға ҡушалар.
Ауылда аслыҡ, хәйерселек менән бер рәттән урлыҡ көсәйә. Сит яҡтан килеп, төндә һарыҡ-кәзәне, һыйыр малдарын урлап китәләр.
Үҙ яғынан хөкүмәт халыҡҡа көс еткеһеҙ налогтар һала. Уларҙы ваҡытында түләй алмағандарҙың бер ниндәй законһыҙ-ниһеҙ, ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны шарылдатып илатып, йә быҙауыңды, йә һыйырыңды бауға бәйләп алып китәләр.
Һуғыштың үтә ныҡ ауыр ҡыҙған мәлендә, 1943 йылда, Темәстә икенсе тапҡырға детдом асыла, унда ата-әсәһен юғалтҡан үкһеҙ етем балалар туплана.
Урамдарҙа ҡайғы өҫтөнә ҡайғы өҫтәп күҙҙәре моңһоу, яңаҡтары эскә батҡан ас, ярым яланғас етем балалар осрай. Улар ҙа йөрәктәрҙе әрнетә.
Был — халыҡтарҙың күргән-кисергән ғазаптарының меңдән бер өлөшө генә.
Әсмә Шәйхетдин ҡыҙы ла ошондай ҡайғы-хәсрәттәрҙе башынан кисергән уҡытыусы.
Нисек кенә ауыр булһа ла, халыҡтың рухы ҡаҡшаманы, һынманы. Халыҡ эшләне лә эшләне. Фронт һәм тыл берҙәм булды. Шуның өсөн дә дошманды еңә алдыҡ.
Иштуған Ишбулат улы хәрби хеҙмәткә алынғас, Көнсығышта легкая танковая бригадала учебный батальонда курсант булып хеҙмәт итә. Өс айҙан һуң отличник булғаны өсөн старшина званиеһын биреп, замполит итеп тәғәйенләйҙәр. Һалдат получкаһы ла арта — айына 225 һум.
Үҙен физик, хәрби яҡтан сыныҡҡан ил һаҡсыһы итеп тойоп, Иштуған Ишбулат улы үҙен политик яҡтан да алдынғы яугир итеү маҡсатында һуғыш башланғас, 1941 йылдың июль айында коммунистар партияһы сафына инә.
Тыныс холоҡло, ярһыу йәш коммунист үҙ теләге менән фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, бер нисә тапҡыр ғариза яҙа. 11-се тапҡыр яҙғанда хәрби частән ҡасып фронтҡа китәсәген, барыбер ҡасҡаны өсөн атмаясаҡтарын ғаризала асыҡлап күрһәтә.
Махсус урта белемле, хәрби уставтарҙы, һуғыш тактикаһын яҡшы белгән, ораторлыҡ һәләтенә эйә булған, сыныҡҡан һалдатты Томскиҙағы хәрби офицерҙар әҙерләгән танковое училищеға уҡырға ебәрәләр. Курсты «отлично"ға 4 айҙа тамамлағас, лейтенант званиеһы бирәләр.
1941 йылда Мәскәүҙе обороналау өсөн ойошторолған «Тайфун» операцияһында ҡатнашып, батырҙарса йәштән һәләк булған ҡустыһы Ишдәүләт тураһында ишеткәс, тағы ла күңелендә ярһыулыҡ, дошманға ҡаршы нәфрәт уты уяна.
1942 йылдың апрелендә Иштуған Ишбулат улын Мәскәүгә ебәрәләр. Артиллерийский курсты уңышлы тамамлағас, Верховный главнокомандующийҙың ставкаһындағы 16-сы механизированный бригадаһына взвод командиры булып Иштуған Ишбулат улы фронтҡа инә.
Ул үҙенең 16-сы танковая бригадаһы менән меңәрләгән километр яу юлы үтә, йөҙәрләгән ауылдарҙы, ҡалаларҙы дошмандан азат итеүҙә ҡатнаша.
Ул фронттан ҡайтҡас, мин мәктәптә эшләгән ваҡытта (иҫкәртмә - материалдың авторы — Вәлиев Сәлимйән Ғәлләм улы), уның менән күп кенә актовый залда осрашҡан ваҡытта — Курск янындағы, нисек итеп Днепрҙы форсировать итеүҙәре, Корсунь-Шевченский һәм Яссы-Кишиневский операциялары тураһында бер туҡтауһыҙ ярһып-ярһып, бер ниндәй ҡағыҙға ҡарамай, сәғәттәр буйы һөйләй торғайны. Польша, Болгария, Румыния, Венгрия, Молдавия, Чехословакия илдәрен дошмандан азат итеүҙә ҡатнашыуҙарын, батырлыҡтарын һәм яугир дуҫтарының, командирҙарының хәрби званиеларын, фамилияларын онотмай һөйләй торғайны.
Бөтәһе 11 ҙур хәрби операцияла ҡатнашып, һуғыш барышында күкрәген 4 «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены, 9 хәрби батырлыҡ өсөн алған миҙалдары менән ҡаплай.
1944 йылдың ҡышҡы һыуыҡ айҙарында Будапештты азат итеү өсөн барған ҡаты һуғышта 6-сы механизированный корпус командиры, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы Катков ауыр яраланғас, һалдаттар араһында тәртипһеҙ лектәр башлана, күптәре артҡа сигенә, ҡаса башлайҙар. Дошман ғәскәре емереп инеп килә һәм тирә-яҡтан уратып ала башлайҙар. Групповой пленға эләгеү ҡурҡынысы янай. Шул хәлдә Иштуған Ишбулат улы уйлап та тормай, фронт менән етәкселекте үҙ өҫтөнә ала. Үҙен һалдаттар араһында «член Военного Совета» тип таныта. Дошманды еңеп сығалар.
Иштуған ағай ил алдындағы изге бурысын намыҫлы үтәп, 1939 йылдан 1948 йылға тиклем башына шлем кейеп, өҫтөнә сукно шинель, аяғына кирза һалдат итеге кейеп, Тымыҡ океан ярҙарынан үҙәк Европа илдәренә тиклем азатлыҡ өсөн яу юлы үткән ҡаһарман яугир.
Иштуған Ишбулат улы 1945 йылдың 9 май — Еңеү көнөн Прага ҡалаһында ҡаршылай. Унда чехтар менән бергә 3 көн байрам итә. Чехтар совет һалдатын алҡыштар менән ҡаршы ала, хөрмәтләйҙәр.
Һуғыш бөтөп, бер ай торғас, Советтар Союзы Геройы генерал-майор Талбухин етәкселегендә 7-се танковый корпус бригадаһы Көнсығышҡа, япон милитариста рына ҡаршы һуғышҡа ебәрелә. Япондар менән һуғыш 1945 йылдың 9 авгусында башлана, 2 сентябрендә тамамлана. Япондар рус ғәскәренә ҡаршы торорлоҡ фронт ойоштора алмай. Һуғыш өсөн әҙерләнгән ғәскәре тырым-тырағай юл ыңғайы ҡырып бөтөрөлә. 24 көндә японды һыпырып барып сығалар. Иштуған Ишбулат улы Тымыҡ океан ярҙарында, Порт-Артурға етмәй 35 км алыҫлыҡта һуғышты тамамлай.
Иштуған Ишбулат улы, һуғышты баштан алып аҙағына тиклем күп батырлыҡ тар күрһәтеп, Еңеүҙе яулаһа ла, буйға тәпәш булыуы арҡаһында Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша алмай. Һуғыш бөтһә лә, уның хәрби хеҙмәте Порт-Артурҙа дауам итә. Тик 8 йыл үткәс, 1947 йылдың сентябрендә генә, күкрәген орден-миҙалдар менән ялтыратып, Темәскә ҡайтып төшә.
Шуныһы ла мәғлүм булһын, Мәскәүҙәге Еңеү парадында Баймаҡ районынан 6 кеше ҡатнаша:
1. Буранбаев Ҡарасбай — Темәс (2-се заводта йәшәне).
2. Мәжитов Ғәлимйән (2-се Этҡол).
3. Шәмсетдинов Ғәйнулла (Баймаҡ).
4. Тутаев Ишмырҙа (Иҫән ауылы).
5. Ҡадиров Заһир (ауылы билдәһеҙ).
6. Биктин Йыһангир Садретдин улы (Юлыҡ).
Ул батырҙарыбыҙ үҙҙәре булмаһа ла, дандары ҡалды беҙҙең арала!
Халыҡ уларҙы оноторға тейеш түгел.
Һуғыштан һуң, тарихи шәхестәр: Цицерон, Демосфен, Солон һымаҡ данлыҡлы ораторҙар кеүек, ораторлыҡ һәләтенә эйә булған, энергияһы ташып торған оҫта ойоштороусы, сыныҡҡан коммунист Иштуған Ишбулат улы Баймаҡ райком партияһы ҡушыуы буйынса артта ҡалған эш участкаларына төрлө ерҙәргә күсерелеп эшкә ебәрелә.
Тыныс тормошҡа ҡайтҡас, утты-һыуҙы кискән яугир ихласлап эшкә тотона. 1947 йылда Темәс педучилищеһында ситтән тороп уҡыу бүлегендә етәксе булып эшләй. Күп тә үтмәй, Темәс ауыл советына председатель итеп һайлана.
1950−1951 йылдарҙа районға ауыл хужалығы отделына етәксе-инструктор итеп күсерелә.
1952 йылда артта ҡалған хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу маҡсатында Ленин исемендәге колхозға председатель итеп күсерәләр.
1956 йылда икенсе тапҡыр Темәс ауыл советы председателе итеп һайлана.
1959 йылдан «Һәүәнәк» совхозының партком секретары итеп һайлайҙар.
1962−1969 йылдарҙа Темәс леспромхозында һәм Сәксәй лесоучасткаһында мастер булып эшләй.
1969 йылда «Һәүәнәк» совхозына директор урынбаҫары.
1971 йылда рабкопта председатель.
1973−1976 йылда Иҫәндә ял йорто директоры.
Ауылдың намыҫын һаҡлау маҡсатында 66 йәшендә районда 1984 йылғы саңғы ярышында ҡатнаша, Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
Элекке детдом балаһы Әсмә килендәре үҙенең ҡайныһын -10 йыл буйы (1948 йылға тиклем), ҡәйнәһен — 35 йыл (1973 йылға тиклем) тәрбиәләй. Ул ҡайны-ҡәйнәһенән оло фатиха, ҙур сауап алды. Биш бала тәрбиәләп үҫтереп, «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ була.
Нурия өләстең һәм Ишбулат олатайҙың Әсмә килененә биргән изге ризалыҡтары киләсәк быуынға ла насип була. Әсмә еңгәй һәм Иштуған ағайҙың улдары-килендәре, ҡыҙҙары-кейәүҙәре һәм ейән-ейәнсәрҙәре, үҙҙәренә оҡшап, тырыш, эш һөйөүсән, алсаҡ, ярҙамсыл, ихлас, изге күңелле, һөнәрле кешеләр.
Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Иштуған Ишбулат улы хаҡлы ялға сыҡһа ла тик ятмай, йәмғиәт эштәрендә актив ҡатнаша, шахмат, шашка ярыштары ойоштора, йәштәр менән төрлө темаларға әңгәмәләр ҡора, сәхнәлә концерт номерҙарында ҡатнаша, йырлай, бейей.
Әсмә еңгәй үҙенең һылыулығын, саф күңеллеген, асыҡ йөҙлөлөгөн, моңон, алсаҡлығын, тормош иптәшенә булған мөхәббәтен, тоғролоғон ғүмеренең һуңғы минутына тиклем һаҡланы, юғалтманы.
Боронғоларҙың: «Бәхетле парҙар һәр саҡ бергә була», — тигәндәре дөрөҫтөр…
Иштуған Ишбулат улы һәм уның хәләл ефете Әсмә Шәйхетдин ҡыҙы, тымыҡ күлдә йөҙгән пар аҡҡоштар шикелле 53 йыл бергә балҡып йәшәп, Иштуған ағай — 73 йәшендә, Әсмә еңгәй — 70 йәшендә, бер үк көндә фани донъяны ҡалдырып, баҡый донъяға күстеләр. Ауылыбыҙҙың Аҡморон зыяратында гүр эйәһе булдылар, икеһен бергә ерләнәләр.
Эшләгән эштәре, батырлыҡтары, ҡылған изге ғәмәлдәре менән улар һаман халыҡ күңелендә, ауылдаштары хәтерендә һаҡлана.
Ил батырҙары-яугирҙар, һеҙгә мәңгелек дан!
РФ мәғәриф отличнигы,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
«Атайсал» клубы рәйесе Валеев С.Ғ.
25.04.2016й.
Р.S Быйыл Иштуған Ишбулат улы Ҡотлоғәләмовҡа 100-йыл.(14.11.1918й)