Великой победе посвящается

Атайым да, əсəйем дə — геройҙар

Юнысбаев Əхмəтсафа Мөхəмəтйəн улы 1924 йылдың 13 мартында Баймаҡ районындағы Шəмсел тигəн бəлəкəй генə ауылда донъяға килгəн. Ул ауыл хəҙер Сəйғəфəр ауылына ҡушылып, алты өйлө генə С. Юлаев урамы булып ҡалған. Əйткəндəй, утарға нигеҙҙе Əхмəтсафаның ҡартатаһы Шəмселмəғариф тигəн кеше һалған, ə атаһы Мөхəмəтйəн Беренсе донъя һуғышында ҡатнашып, немец пленында 5 йыл ғүмерен үткəреп ҡайтҡан.

Əхмəтсафға 2 йəш кенə булғанда уның əсəһе Сафура вафат була. Үгəй əсə Хөсникамалдың ҡаты ҡулына бирешмəй, ауылдың йомшаҡ бəпкə үлəнендə аунап, Һаҡмар йылғаһының көмөш һыуында ҡойоноп, ағаһы Исхаҡ һəм апаһы Мəрхəбə менəн ярышып бесəн сабып, эшһөйəр, сос, тапҡыр, сая-салт булып үҫə малай. Йəй көндəре тəбиғəт бүлəк иткəн əтмəкəс, йыуа, ҡуяс, һарына, ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, балтырған, елəк, муйыл менəн туҡланып, Һаҡмар балығын көлгə күмеп бешереп ашап, балаларса теремек, шаян, тиктормаҫ була ул. Белем алыуға булған көслө телəге 7 йəшлек Əхмəтсафаны Йомаш мəктəбенə алып килə. Яҡшы уҡығаны өсөн ике класты бер йылда бөтөрөп, 4 йыл эсендə алты класс белеме ала. Атаһы Мөхəмəтйəн 1936 йылда НКВД хеҙмəткəрҙəре тарафынан ҡулға алынғас, үҫмер ҡорона ла етмəгəн 12 йəшлек малай 46-сы ат заводының Мəмбəт бүлексəһенə ат ҡараусы булып эшкə төшөргə мəжбүр була. Бəхетенə күрə, атаһы Мөхəмəтйəн судта үҙен яҡлай ала һəм золомлоҡҡа элəкмəй ҡотола.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Юнысбаев Əхмəтсафа Мөхəмəтйəн улы 18 йəше тулыр-тулмаҫ фронтҡа оҙатыла. Йəйəүлəп Баймаҡҡа, унан Магнитогорскиға, артабан Ырымбур өлкəһе Аҡбүлəк станцияһына тиклем дүрт тəүлек баралар. Унда буласаҡ яугир радиотелеграфист һөнəрен үҙлəштерə.

1942 йылдың август айында Əхмəтсафаны һуғыш ғəрəсəте үҙенең аяуһыҙ ҡосағына ала. 1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың ғинуарына тиклем 76-сы Көнбайыш артиллерия полкында телефонист-элемтəсе булып хəрби юлын башлай. Маскхалат кейеп, телефон аппараты, запас кабель һəм автомат аҫып, ергə һеңгəндəй шыуышып, йылғаларҙы йөҙөп сығып, һаҙлыҡтарҙа бата-сума, əйлəнгəн һайын өҙөлгəн сымдарҙы ялғап ул полк менəн армия штабы һəм башҡа подразделениелар араһында элемтə булдыра. Тимер сымдың остарын ялғау мөмкинселеге булмағанда уларҙы теше менəн ҡыҫып элемтə булдырған осраҡтары ла була.