Былай ҙа ялтырап торған күн итектәрен Наил ҡумтанан алды ла, тағы ла ялтыратҡан ваҡытында уйға сумды. Ошо күн итектәр уның бар яҙмышын үҙгәртеп, кире боролмаҫлыҡ итеп, ғүмеренә юл һалыуына сәбәп булған инеләр шул.
«Наил, ҡалдыр шул бәпкәләреңде, ана клуб янында байрам, бөтә ауыл халҡы йыйыла тип, әсәйем әйтте», — тип ҡысҡырып килеп етте. Улар кешеләрҙең араһынан үтеп, бер һандыҡ һымаҡ әйбергә менеп баҫҡан ағайҙың янына уҡ етеп теҙләнделәр.
Атаһының берҙән-бер һүрәтендә, ул да шулай күн пинжәк, аяғында күн итектәр кейгән ине. Шуның өсөн дә, уға иң аҡыллы, иң батыр кешеләр генә ошо кейемде кейә ала һымаҡ тойолдо.