Великой победе посвящается

К 75-Летию Великой Победы

(Отрывок из рассказа)

Былай ҙа ялтырап торған күн итектәрен Наил ҡумтанан алды ла, тағы ла ялтыратҡан ваҡытында уйға сумды. Ошо күн итектәр уның бар яҙмышын үҙгәртеп, кире боролмаҫлыҡ итеп, ғүмеренә юл һалыуына сәбәп булған инеләр шул.

Уға биш йәштәр булғандыр, урам бу йындағы йәшел бәпкә үләнендә әлеге лә баяғы шул ҡаҙҙарҙы көтөп йөрөгән ваҡытта күрше иптәше Радиф:

«Наил, ҡалдыр шул бәпкәләреңде, ана клуб янында байрам, бөтә ауыл халҡы йыйыла тип, әсәйем әйтте», — тип ҡысҡырып килеп етте. Улар кешеләрҙең араһынан үтеп, бер һандыҡ һымаҡ әйбергә менеп баҫҡан ағайҙың янына уҡ етеп теҙләнделәр.

Атаһының берҙән-бер һүрәтендә, ул да шулай күн пинжәк, аяғында күн итектәр кейгән ине. Шуның өсөн дә, уға иң аҡыллы, иң батыр кешеләр генә ошо кейемде кейә ала һымаҡ тойолдо.

Бөгөн гитлерҙы дөмөктөрөп, еңеү байрамын үткәрәләр икән, «Гитлер капут, гитлер капут!» — тигән һүҙҙәргә ул һуңғараҡ төшөндө.

Әлеге юғарылағы ағайҙың күҙҙәре Наилгә туҡталды. «Улым, кил әле бында, исемең кем, атайың бармы?», — тип һораны ла, эйелеп уны ҡулдарына күтәрҙе.

Наил, тулҡынланыуҙан саҡ ишетелерлек итеп: «Атайым беҙгә „ҡара хат“ ҡына ебәрҙе», тине.

«Эй, балаҡай, һин үҫкәс кем булаһың килә?», — тип ағай уны ҡыҫып ҡосаҡланы.

«Ағай, мин ошо һеҙҙеке һымаҡ күн итектәр кейгем килә», — тине лә, ниңәлер күңеле тулып илап уҡ ебәрҙе. Ағай: «Донъялар имен булһын, балаҡай, кейерһең, бынан матурырағын да кейерһең», тип Наилде ипләп кенә ҡулынан төшөрҙө. Шул көндән алып уның хыялында тик күн итектәр булды. Мәктәпте тамамлағандан һуң, өйҙәренә ике ҡыҙ килеп керҙе.

Береһе уның класташ ҡыҙ Гөләйҙәнең һеңлеһе — Зилиә икән, икенсеһенә ҡараған ине, йөрәге жыу итеп ҡалды.

Нисектер был ҡыҙ бер ҡарауҙан ныҡ тәьсир итте.

Таныштылар. Уларҙың дуҫлығы тиҙ арала мөхәббәткә әйләнеп киткәнен икеһе лә һиҙмәй ҡалдылар шикелле.

Көҙ еткәс Наилде военкоматҡа саҡырҙылар. Наил бик бойоғоп, үзен күҙенең насарыраҡ күреүе арҡаһында әрмегә алмауҙарын әйтте.

Ике көн буйы военкомды ялҡытҡас уға: «Ярай инде, әрме сафтарына барырға бик теләгең ҙур булғас, Ульяновскийҙағы хәрби мәктәпкә уҡырға ебәрәм, хәрби офицер булып әрмегә китерһең», — тинеләр.

Мәктәпкә барып Фәнүзәһен күреп ки тергә теләге бар ине лә, килеп сыҡманы. Яҙмышмы, ғүмерҙең икенсе һуҡмаҡтан ки теүе булдымы икән, әммә Наил ауылына ҡайтып китһә лә, Фәнүзәһен башҡаса күрергә яҙманы.

Уҡыуҙан һуң шунда уҡ Германияның Дрезден ҡалаһына, офицер дәрәжәһен биреп,

хеҙмәткә ебәрҙеләр. Фәнүзәнән бер көн: «Мин тормошҡа сыҡтым, яҙмыш та түгел, уҙмыш та түгел, үҙем теләп, Ҡазахстанға киттем, хуш, бәхетле бул», — тигән хат алды.

Наил маҡсатына иреште, нисә тапҡыр күн итектәрҙе алмаштырҙы, полковник дәрәжәһенә етте, тик йәне һөйгән Фәнүзәһенән генә мәңгелеккә айырылды.

9 май — Еңеү көнөндә, Ватанды һаҡлау сылар байрамдарында ғына ялтырап кейә торған күн итектәренә тағы ла бер ҡарап, һыйпап ҡуйҙы ла: «Эй кеше ғүмере, ниңә шулай бик тиҙ уҙа икән, ниңә һин теләгәндең барыһы ла тормошҡа ашмай икән?», — тип тағы бер ауыр көрһөндө лә, итектәрен аяғына кейеп, ауыр уйҙарынан арыныр өсөн саф һауаға сыҡты.

Аниса Сиразетдинова

(Баширова)